Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте мәктәп тауарҙары сифаты буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойоштора

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте ата-әсәләр араһында яңы уҡыу йылы алдынан мәктәп кәрәк-яраҡтары буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойоштора. Шылтыратыуҙар 16 августтан ҡабул ителә.

Граждандарға кәңәш биреү 4 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар, башлыса, мәктәп формаһы, аяҡ кейеме, канцеляр тауарҙар, китаптар сифатына бәйле. Белгестәр, тауарҙарҙың ниндәй документтары булырға тейешлеге тураһында һөйләйәсәк.

«Известия» гәзите мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы йылда уҡыу йылы тауарҙарына хаҡ уртаса 23 процентҡа арта. Был 2,1 мең һум тәшкил итә.

Фото: Интернет