Өфөнөң Дим районында күбекле кисә үтәсәк

Башҡалала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн сираттағы күбекле дискотека ойошторола. Сара 17 августта Дим районының мәҙәниәт паркында үтә. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Дискотека ваҡытында күбек ебәреләсәк. Сарала ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ, мауыҡтырғыс программа: конкурстар, уйындар көтә.

Кисә 18.00 сәғәттә башлана.