Гектарынан ун мең һумдан ашыу табыш.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөнгө семинар-кәңәшмәлә яңы проекттың мөмкинлектәрен барланы.

Хужалыҡ баҫыуында быйыл бөтөнләй икенсе картина. Көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө урынына туғыҙ төрлө соя сәселгән. Баҫыу эшсәндәре ҡуҙаҡлы культуранан юғары табыш көтә. Һөҙөмтәһе лә һөйөндөрмәксе: сояның бер тоннаһы ғына утыҙ мең һумдан ашыуға баһалана. Хужалыҡта быйыл был төр бойҙай башлыса мал аҙығына йүнәлтеһә, киләһе йылға табышты икеләтә арттырып, сит илгә сығарыу ҡаралған.

Вадим Нуриәхмәтов, хужалыҡ етәксеһе: «Беҙҙең 8 мең гектар сәсеүлегебеҙ бар. Уларҙың өс меңенә быйыл юғары табышлы культуралар сәстек. Әлбиттә, һәр бер төбәк өсөн айырым сорттары бар. Һабаҡҡа әллә ни үҫмәһәләр ҙә, табыш яҡшы булыр тип өмөтләнәбеҙ».

Республика баҫыуҙарында рапс, етен, ноҡот борсағына иғтибарҙы арттырыу былтырғы баҙар хаҡтарына бәйле. Күпләп иген сәскән хужалыҡтар йыйылған уңышты келәттәрҙә һаҡлап, арзан хаҡҡа һатырға мәжбүр булды. Күрелгән зыянды кәметеүҙең берҙән бер юлы ғәҙәткә әйләнгән ер эшкәртеүҙән баш тартыу, йәғни сәсеүлектәрҙе төрлөләндереү. Иген менән бер рәттән юғары табышлы культураларға ла майҙан бүлеү. Гектарынан ун мең һумдан ашыу табыш проекты ла баҫыу эшсәндәрен дәртләндермәксе. Әлбиттә, яңы культураларҙы сәсеү, урып-йыйыу өсөн тейешле техника ла талап ителә.

Семинарҙа ҡатнашыусылар Рәсәйҙә һәм сит илдә етештерелгән алдынғы ауыл хужалығы техникаһы өлгөләре менән дә танышты. Ауыл эшсәндәре билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа улар араһында сифат яғынан айырма шаҡтай кәмей бара. Өҫтәүенә илебеҙҙә етештерелгәнен алыуы отошлораҡ та . Уларҙы алған хужалыҡтарға техника хаҡының яртыһы субсидия рәүешендә кире ҡайтарыла. Семинар-кәңәшмәлә юғары табышлы культураларҙың үҙенсәлектәре ҡаралды. Киләһе йылдарҙа Республикала улар сәселгән майҙандарҙы арттырыу күҙаллана.

Автор: Фәниә Юланова