Республика уҡыу йорттарында 1 сентябргә әҙерлек дауам итә

Бөгөн Өфөлә "Берҙәм Рәсәй" партияһы вәкилдәре мәктәптәрҙе тикшерҙе. Рейд барышында янғын хәүефһеҙлеге, юл хәрәкәте именлеге, спорт объекттары уңайлылығы кеүек мәсьәләләргә иғтибар ителде.

Мәктәп уҡыусыларын дәрестәргә ҡыңғырау сыңы саҡыра. Әммә был дөйөм әҙерлектең аҙаҡҡы һыҙығын билдәләүсе репетиция ғына. Баш ҡаланың 158-се гимназияһы малай-ҡыҙҙарҙы яңы уҡыу йылына көтә. Мәктәп бинаһында капиталь ремонт эшләнгән, балалар хәүефһеҙлеген һаҡларлыҡ шарттар булдырылған.

Мәктәптәрҙе тикшереүселәр уҡыу йортоноң дөрөҫ яҡтыртылыуына, видеокүҙәтеү һәм хәбәр итеү системаһына әһәмиәт бирҙе. Шулай уҡ, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн пандустар төҙөклөгө һәм спорт инвентарҙары торошо ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Киров районындағы 16-cы гимназияла ла күләмле эштәр тамамланған. Белем байрамына бордюрҙарҙы төҙөкләндереү һәм биҙәү эштәре ҡалған.

Эдуард Сәйетбатталов, Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың 5-се саҡырылыш депутаты: «Тәү сиратта, балалар хәүефһеҙлеге шарттарын тикшерәбеҙ. Эргәләге юлдар, йәйәүлеләр һуҡмағы, светофорҙар торошон ентекле ҡарайбыҙ. Уҡыу йорттарына сит кешеләрҙе индермәҫ өсөн бар яҡлап көс һалабыҙ».

Баш ҡала мәктәптәрендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибар арта. Киләһе йылдарҙа ошондай электрон пропускалы турникеттар башҡа мәктәптәргә индерелеүе ҡаралған. Карта ҡағылыу менән ата-әсәләр телефонына баланың ҡайҙа булыуы тураһында мәғлүмәт килә.

Автор: Флорида Ким