Йәй башынан Өфө урамдарында рөхсәтһеҙ ҡуйылған 31 сауҙа нөктәһе асыҡланған

Төрлө палаткалар, киоск-ларектар, бәләкәй баҙарҙар алып ташланған. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, урамдарҙа сауҙа урындары ойоштороу муниципаль конкурс аша ғына мөмкин. Быйыл ҡала урамдарында хакимиәт рөхсәте менән 101 сауҙа нөктәһе эшләй.