Октябрьскийҙа "Ҡала мөхите" проекты сиктәрендә тиҫтәгә яҡын ихата тәртипкә килтереләсәк

Юлдарға асфальт һалыуҙы һәм парковлар төҙөүҙе, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын асыуҙы, ҡоймалар, эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырыуҙы ихатала йәшәүселәр үҙҙәре хәл иткән. Был маҡсатҡа барлығы 25 миллион һумдан ашыу инвестиция бүленгән. Бөгөн Төньяҡ, Баҡса ҡулсаһы, Горький һәм Островский урамдарында алып барылған күләмле эштәр тулыһынса тамамланған. Әле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре биләмәләргә тупраҡ йәйеү менән мәшғүл. Изге эштән фатир хужалары ла ситтә ҡалмай. Улар ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастар ултыртыу, сәскә түтәлдәре яһау, бордюрҙарҙы буяу кеүек эштәргә әүҙем ҡушылған.

"Ҡала мөхтите" проекты ярҙамында төбәктә йыл һайын тиҫтәгә яҡын ихата һәм берешәр парк биләмәһе төҙөкләндерелә. Быйыл йәй тендерҙа еңеүсе ойошма ҡаланың иң матру скверҙараның береһен төҙөкләндерелә башлаған. Федераль программа 2022-се йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә Октябрьский менән бергә республиканың башҡа ҡалаларында ла бик күп йорт алдары һәм парктар тәртипкә килтерәсәк.

Автор: Илдар Байбулатов