Республикала Динопаркта балаларҙы алдап йөрөүсе фотографты эҙләйҙәр

Сибай ҡалаһында мутлашыусыны эҙләйҙәр. Йәш егет урындағы динозаврҙар паркында үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Скульптуралар янында сифатлы фотоһүрәт вәғәҙә итеп, аҡса ала һәм юғала.

Йәш егет балаларҙы динозаврҙар янында фотоға төшөрә, хеҙмәте өсөн аҡса ала һәм юҡҡа сыға. Урындағыларҙың береһе егеттең эшен видеоға ла төшөрөп алған. Асыҡланыуынса, парк етәкселеге мутлашыусының эше хаҡында белгән була. Был хаҡта парк вәкилдәре социаль селтәрҙәргә яҙа.

Фотограф алданған балаларҙың ата-әсәләренән ҡасып йөрөй алмаясаҡ. Уның кем икәнлеге асыҡланған. Йәш егеткә аҡсаларҙы кире ҡайтарырға кәңәш итәләр.