Башҡалала йылытыу миҙгеленә әҙерлек тамамланды

Күп фатирлы йорттарҙың инженер ҡоролмалары йылытыу миҙгеленә әҙер. Был маҡсатта, йәйге осорҙа күләмле эштәр башҡарыла.

Райондың торлаҡ хужалығы идаралығы 4 719 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә. Йәйге осорҙа торбаларҙы буяу, төҙөкләндереү, уларҙың етешһеҙлектәрен тикшереү буйынса эштәр башҡарыла. Шулай уҡ, авариялы участкалар ремонтлана. Бынан тыш,ишек-тәҙрәләр, ҡыйыҡтар төҙөкләндерелә.

Әлеге ваҡытта йылытыу миҙгеленә әҙерлек тамамланған.

Фото: Интернет