Башҡалала ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола

Башҡалала ике майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтәсәк. Сауҙаға йәшелсә-емештәр, бал һәм бал продукциялары тәҡдим ителәсәк.

Хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкә 18 августта Спорт һарайы янында, Сипайлово биҫтәһендә Рыльский урамы, 33 адресында урынлашҡан аллеяла уҙасаҡ. Сауҙа итеү иртәнге туғыҙҙан дүрткә тиклем дауам итә. Урындағылар өсөн йәшелсә-емештәрҙең яңы уңышы тәҡдим ителәсәк. .

Йәрминкәлә республиканың ауыл хужалығы продукцияларын етештереүсе предприятиелар ҡатнаша ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәйге осорҙа ит һәм һөт прродукцияларын һатыу тыйыла.

Фото: Интернет