Өфөлә «Башҡортостан һылыуҡайы-2018» конкурсы иң-иңдәрҙе билдәләйәсәк

20 августта башҡалала «Башҡортостан һылыуҡайы-2018» республика конкурсының финалында иң-иңдәр билдәләнәсәк. Конкурс Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт театрында үтә.

Йыл да сараны «Мисс Башкортостан» модель агенствоһы ойоштора.Ойоштороусолар хәбәр итеүенсә, республика һылыуҡайы исеменә ун ҡыҙ көс һынашасаҡ. Һылыуҡайҙарҙы тышҡы йөҙөнән тыш, уларҙың сығыштары буйынса баһалаясаҡтар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда «Башҡортостан һылыуҡайы» исеменә Баймаҡ ҡалаһынан Раушания Исҡужина лайыҡ булды.