Башҡалала «Алмалар көнө» ғаилә байрамы ойошторола

Башҡалала урта быуат стилендә «Алмалар көнөн» билдәләйәсәктәр. Сара «Башкирия» лайфстайл-үҙәге янында үтәсәк.

Был көндө сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен урта быуат йәрминкәһендә хис итәсәк. Оҫталыҡ дәрестәре, уҡтан атыу турнирҙары, урам музыканттары, бейеүселәре сығыштары байрамға йәм өҫтәйәсәк. Балалар өсөн интерактив майҙансыҡта мауыҡтырғыс программа әҙерләнә.

Бынан тыш, «ЗОЛОТО СИВ» фолк-төркөмө сығыш яһаясаҡ. Сара 18 августта 13:00 сәғәттә башлана.

Фото: Интернет