Республикала ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатыу әүҙемләште

Башҡортостанда июндән август айына тиклем ҡыҙылса сирен йоҡтороуҙоң 22 осрағы теркәлә. Йоғошло сирҙән туғыҙ оло кеше һәм ун өс бала зыян күрә. Осраҡ Өфө, Иглин, Шишмә райондарында теркәлә.

Башҡалала йәй уртаһында карантин иғлан ителә. Ошо сәбәпле, урындағылар күпләп сиргә ҡаршы прививка яһата башлай. Йыл башынан ҡыҙылсаға ҡаршы 2687 бала прививка яһатмаған була. Бындай күренеш, ата-әсәләрҙең вакцинацияға ҡаршы булыуына бәйле.

Әлеге ваҡытта прививка яһатмаған балаларҙың 66,4 проценты вакцинациялана.

Ағымдағы йылдың ғинуарынан 3842 оло кеше прививка эшләтмәгән була. Әле уларҙың 96,5 проценты ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина яһата.

Фото: Интернет.