"Өфө" футбол клубы Европа Лигаһы квалификацияһының дүртенсе раудына сыҡты.

Бөгөн Башҡортостан командаһы Люксембургтың "Прогресс" клубы менән икенсегә осрашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡтар араһында Өфөлә үткән беренсе уйында яҡташтарыбыҙ 2-1 иҫәбе менән еңеү яулағайны. Шуға ла киләһе этапҡа сығыу өсөн Сергей Томаров дружинаһына тигеҙ иҫәпкә уйыу ҙа етә ине.

Әммә уйын баш ҡала командаһы өсөн көтөлмәгәнсә башланды. Сөнки өсөнсө минутта уҡ дәғүәселәр иҫәпте асыуға өлгәште. Дөрөҫөрәге, тупты үҙ ҡапҡаһына Павел Аликин индерҙе. Был голдан һуң күберәк Өфө футболсылары һөжүм итте. Шулай ҙа тәнәфескә тиклем таблолағы һандар үҙгәрмәне. Икенсе тайм башында Иван Пауревич тырышлығы менән яҡташтарыбыҙ иҫәпте тигеҙләне, ләкин оҙаҡҡа түгел, Люксембург клубы йәнә алға сыҡты. Серияның яҙмышы һуңғы секундарҙа хәл ителде. Әлегә лә баяғы Иван Пауревич тағы ла бер тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, ике уйын һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан клубын киләһе этапҡа сығарҙы. Хәҙер яҡташтарыбыҙ Европа Лигаһы квалификацияһының дүртенсе раудында Шотландияның "Рейнджерс" йәки Словенияның "Марибор" клубтары менән осраша. Уйындар 23 һәм 30 августа уҙасаҡ.