Тверь дәүләт университеты студенты Башҡортостанда көн итеүсе ярғанаттарҙы өйрәнә.

Был юлы йәш ғалим Мәләүез районына юлланды. Уның был төбәккә тәүгә килеүе түгел. Фәнни эштәрен йәш белгес былтыр башлаған. Төнгө сәғәт ун икенсе. Фонарҙәр менән ҡоралланып билдәләнгән урынға барабыҙ. Ул күпер аҫты. Тверь дәүләт университеты студенты Дмитрий Комочков бер нисә ҡабат был урынға килеп ураған. Махсус ҡоролмалар ярҙамында ярғанаттар барлығын күҙәткән.

Был ау менән орнитологтар башлыса ҡош аулай. Ул үҙенә күрә ҙур үрмәкес ауын хәтерләтә. Ярғанат бәләкәй бөжәк кеүек. Бөгөнгө "төнгө һунар" отошло булды. Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабына" ингәне ауға эләкте. Был төр ярғанат Бөйөк Британиянан Японияға тиклемге биләмәләрҙә йәшәй. Йәйен башлыса яңғыҙы һыу ятҡылыҡтарында көн итә. Ә ҡышын колонияға берләшә.

Дмитрий Комочков, Тверь дәүләт университеты студенты: «Флора һәм фауна менән баласаҡтан ҡыҙыҡһынам. Һәр өйрәнеүҙән мин ниндәйҙер тәжрибә лә туплайым. Ярғанаттар менән күптән түгел ҡыҙыҡһына башланым. Рәсәйҙә был төр хайуандарҙы өйрәнеүселәр юҡ кимәлдә. Тикшеренеү уҙғарып, фәнни асыш асырға уйлайым».

Ярғанаттарҙы республикала ғына түгел, ил кимәлендә лә өйрәнеүсе белгестәр юҡ кимәлдә. Ә ҡыҙыҡһынырлыҡ урын бар. Сөнки Башҡортостанда ярғанат төрө егермегә яҡын. Уларҙың ҡайһы берҙәре юғалыу сигендә. Ҡалаларҙа яҙлы-көҙлө үткәрелгән дезинфекция эштәре бөжәктәрҙе генә түгел, ярғанаттарҙы ла юҡ итте.

Сергей Герасимов, биолог-зоолог: «Бөрйән, Әбйәлил кеүек таулы райондарҙа ярғанаттар күп. Улар башлыса ағас ҡыуышлыҡтарында, мәмерйәләрҙә көн итә. Шулай уҡ күсеп йөрөгән хайуандар ҙа етерлек. Ярғанаттарҙы өйрәнеү түгел, тотоуы ауыр. Шуға ла әлеге ваҡытта был өлкәлә фән бик үк үҫешмәгән».

Тверь өлкәһе студентының фәнни эҙләнеүҙәре өсөн Башҡортостанды һайлауы осраҡлы түгел. Сөнки республикала улар күп төрлө. Бөгөн йәш ғалим Мәләүез районының Нөгөш һыуһаҡлағысы биләмәһен өйрәнә. Киләһе йыл мәмерйәләргә төшөргә иҫәп тота.

Автор: Азат Ғәлиуллин