Хоккей трансляциялары тиҙҙән башҡорт телендә яңғыраясаҡ.

"Башҡортостан" телерадиокомпанияһы сираттағы континенталь хоккей лигаһын яҡтыртыуға яңылыҡтар индерә. "Салауат Юлаев" матчтары "Ҡурай" телеканалында туған телдә күрһәтелә башлаясаҡ. Ошо маҡсаттан комментаторҙар конкурсы иғлан ителде. Бәйгелә ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша ала.

Гүзәл заттар ҙа хоккейҙы башҡорт телендә яҡтыртырға теләй. Комментаторҙар бәйгеһендә "Юлдаш" радиоһы алып барыусыһы Ленария Ямалетдинова ла ҡатнаша. Тел даирәһе киң, был спорт төрөн биш бармағылай белә, шуға конкурста етди конкуренция тыуҙырасағына шик юҡ. Ғаиләһе лә хоккей менән тығыҙ бәйле. Тормош иптәше Рөстәм Ямалетдинов "Салауат Юлаев" матчтарының тура трансляцияларын яҡтыртҡанда режиссер пульты артында эшләй, 11 йәшлек улы Нурислам да сәкән һуғып, уңыштарға өлгәшкән. Хоккей эфирында әсәһенә сығыш яһауҙа ул да ярҙам итергә әҙер.

Хоккейҙы башҡорт телендә яҡтыртырға теләүселәр араһында көслө заттарға ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар күберәк. Конкурсҡа ебәрелгән анкеталар һаны көндән-көн арта ғына. "Салауат Юлаев" көйәрмәндәре араһында етди алыш булыр, моғайын.

Рөстәм Зарафетдинов, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы директоры: «У нас очень активно развит и хоккей, и футбол, и волейбол. И другие виды спорта развиты не только в республике, но и на нашем телеканале, рано или поздно спорт на башкирском языке обязательно появится, и к этому моменту мы должны быть готовы».

Тиҙҙән "Салауат Юлаев" матчтарын башҡорт телендә "Ҡурай" телеканалында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, милли контент менән байытылған каналдың башланғысын халыҡ та күтәреп ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ваҡыт сикле, анкеталар 19 августҡа тиклем генә ҡабул ителә.Шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһының сайтында тәҡдим ителгән хоккей трансляцияларының бер өҙөгөн яҡтыртып, видеоға төшөрөп, экранда күрһәтелгән электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Махсус комиссия бар конкурсанттарҙың сығыштарын тыңлап сыҡҡас, икенсе этапҡа эләгеүселәрҙе билдәләйәсәк. Хоккей һөйөүселәр бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ! Кем белә, бәлки, тап һеҙ "Салауат Юлаев" матчтарын туған телдә күтәрерһегеҙ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина