"Ягуар" ҡушаматлы Өфө егете донъя рекорды ҡуйҙы.

Руслан Садиҡов өс тонна ауырлығындағы автомобилде ике ҡулына баҫып урынынан ҡуҙғатыуҙы маҡсат итеп алған булған. Быға тиклем яҡташыбыҙ штанга менән Ирәмәл тауына менгән, шулай уҡ ҡулдарында бер километр юл үткән. Ауыр техниканы Руслан беренсе уҡталыуҙа биш метрға күсерҙе. Шулай ҙа ул был күрһәткес менән ҡәнәғәт ҡалмай. Икенсе тапҡыр егет араны ике тапҡырға арттыра. Рекорды теркәүсе рәсми вәкилдәр булмаһа ла Руслан Садиҡов үҙенең ҡаҙанышын донъяла иң яҡшыһы тип иҫәпләй.