Башҡортостанда автобус янып китә

Бөгөн, 17 августта,Туймазы ҡалаһында автобус янып китә. Ваҡиға Чапаев урамында иртәнге сәғәттәрҙә теркәлә.

Автобус хәрәкәт итеп китеп барған ваҡытта, ут тоҡана. Шаһиттар һүҙҙәренсә, ут ун биш минут эсендә һүндерелә. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ. Автобус эсендә водитель генә була.

Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.