Салауатта оло йәштәге ҡатын мутлашыусынан алдана

Салауатта пенсионер ҡатын мутлашыусыға 250 мең һум күләмендә аҡса бирә. Таныш булмаған ҡатын сихыр сисәм, тип белдерә. 86 йәшлек инәй аҡсаһыҙ тороп ҡала.

Был көндө оло йәштәге ҡатын өйөнән магазинға тип сыға.Юлда таныш булмаған ҡатын янына килеп,уға сихыр һалыныуы тураһында хәбәр итә. Пенсионер ҡурҡып, сихыр сисеүгә риза була. Мутлашыусы ҡатынға бар аҡсаһын алып килергә ҡуша. Банк иҫәбенән 250 мең һум аҡса сисеп, пенсионер мутлашыусыға бирә. Ул, аҡсаны пакетҡа һалып, ниҙер уҡый. Унан һуң, бер нисә көн пакетты асмаҫҡа ҡуша.

Киләһе көндө пенсионер пакетта аҡса булмауын асыҡлай. Унда бары тик ҡағыҙ киҫәктәре ятҡан була. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Мутлашыусыны эҙләү эше бара.

Фото: Интернет