Республиканың 15 районында ҡоролоҡ сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Башҡортостанда ҡоролоҡ сәбәпле ун биш районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Тейешле ҡарарға Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Ағымдағы йылдың май, июнь айҙарындағы ҡоролоҡ сәбәпле, Әлшәй, Белорет, Бишбүләк, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Федоровка, Шишмә, Хәйбулла райондарының сәселгән культуралары зыян күрҙе.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, муниципалитеттар зыян күреү тураһында документ әҙерләгән. Ведомство федераль ҡаҙнанан компенсация алыу өсөн һорау ебәрәсәк.

Фото: Интернет