Өфөлә Батыр урамында йылытыу селтәре ремонты тамамлана

Батыр урамында йылытыу селтәренең капиталь ремонт эше аҙағына яҡынлаша. Дөйөм эш күләменең 85 проценты башҡарылған да инде. Әлеге ваҡытҡа ер эштәре тамамланған.

Хәбәр итеүҙәренсә, ремонт барышында заман технологиялары ҡулланыла. Иҫке торбалар яңыһына алмаштырыла. Эштәр тамамланғас, биләмәне төҙөкләндереү ҡаралған.

Йылытыу селтәренә 60 торлаҡ йорт, шулай уҡ, өс дауалау һәм дүрт уҡыу һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тоташтырылған.