Республикала ял көндәрендә һауа температураһы түбәнәйәсәк

Һауа температураһы төндә +5 градусҡаса һәм көндөҙ +16-21 градусҡаса түбәнәйәсәк. Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итә.

Башҡортостанда ял көндәрендә һалҡынайтасаҡ. Иртәгә,18 августта,республикала урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 8-13 градус йылы, ҡырау төшөүө ихтимал. Көндөҙ +16-20 градус.

Башҡалала яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +10, көндөҙ +20 градус.

Киләһе аҙнала һауа температураһы күтәреләсәк, тип билдәләнеләр синоптиктар.