Өфөлә 23 августта хеҙмәт урындары йәрминкәһе үтә

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хеҙмәт урындары йәрминкәһен ойоштора. Унда төрлө эш урындары тәҡдим ителәсәк.

Йәрминкә иҡтисад йүнәлешендәге вакансиялар тәҡдим итәсәк. Әлеге ваҡытта ойошмаларға водитель, йөк ташыусы, урам һепереүсе,ҡарауылсы,диспетчер, консультант, менеджер, ашнаҡсы кеүек эшсе һөнәрҙәр талап ителә.

Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса иртәнге сәғәт ундан ун икегә тиклем үтә.

Фото: Интернет