Бүздәк районында 16 йәшлек ҡыҙ бесән эштәре ваҡытында һәләк булған.

Ваҡиға 29 июлдә төбәктең Уран ауылында теркәлгән. Ҡыҙ ата-әсәһе менән бергә ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләү менән булыша. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, рулонды тейәгән ваҡытта ул автомобиль бортына ҡолап төшөп ауыр тән-йәрәхәттәре ала. Алинаны республика балалар клиник дауаханаһына оҙаталар, табиптар ни тиклем тырышһа ла, 16 көндән һуң ҡыҙ һәләк була. Әлеге ваҡытта тәфтиш комитеты тикшереү эштәре алып бара. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Мәктәптә тик бишлегә уҡыған, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Алинанының үлеменә ауыл халҡы ышана алмай. Ҡыҙ киләсәктә хоҡуҡ белгесе булырға хыялланған.

Таңһылыу Сабитова, Алинаның синыф етәксеһе: «Ул юрист булырға хыяллана ине, һәр ваҡыт ғәҙеллек эҙләне. Спорт менән мауыҡты, синыфта староста булды. Бик юҡһынабыҙ».

Автор: Фәниә Юланова