Көйөргәҙе районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 14 бала торлаҡлы булды.

Уларға Ватутин урамындағы йорттан бер бүлмәле фатирҙар бүленә. Элек был бина йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән була, бында урындағы эшҡыуар кафе, сауҙа нөктәләре асырға ниәтләй. Финанс яҡтан проблемалар барлыҡҡа килгәс, маҡсаты тормошҡа ашмай.

Район хакимиәте буш бинала реконструкция эштәрен башҡарып, уны торлаҡ фондына индереү, етемдәрҙе йортло итеү тәҡдиме менән сыға. Капиталь ремонт барышында бында эске һәм тышҡы биҙәү эштәре лә башҡарыла. Фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһында Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин да ҡатнашты. Ул бинала башҡарылған төҙөкләндереү эштәренең сифаты менән танышты.

Михаил Закомалдин, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор: «Мин быйыл апрелдә лә бында булғайным. Төҙөлөш барышын ҡараным. Эшселәрҙең береһе йортто файҙаланыуға тапшырғанда ла килегеҙ тигәйне. Вәғәҙәмде үтәнем. Йортло булыу йәштәр өсөн оло байрам. Ремонт эштәре сифаты яҡшы кимәлдә».

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин эш сәфәре барышында райондың башҡа социаль объекттары менән дә танышты. Әйтәйек, Пионерҙар йортонда капиталь ремонт яһау планлаштырылған, төҙөкләндереү эштәрен тулыһынса башҡарыуға өҫтәмә финанстар талап ителә. Әле урындағы етәкселек был киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдарын барлай.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина