Нефтекама ҡалаһында мәсет төҙөлөшө дауам итә.

Был аҙнала иман йортоноң иң бейек манараһына көмбәҙ ҡуйылды. Мәсетте күтәртеүгә әлегә 14 миллион һум тотонолған, был аҡса район, республика халҡы ярҙамында йыйыла.

Билдәле булыуынса, бинаны эске яҡтан биҙәкләү эштәре ҡалған, шулай уҡ инженер селтәрҙәрен дә үткәрергә кәрәк. Мәсет нигеҙе ун биш йыл элек үк һалынған, әммә финанс проблемалар арҡаһында төҙөлөш туҡтатыла. 2016 йылда ғына күләмле проект яңынан тормошҡа ашырыла башлай. Изге йортто асыу тантанаһы декабрҙә планлаштырыла. Әлегә мосолмандар дини байрамдарҙы урындағы Мәҙәниәт һарайында үткәрергә мәжбүр, киләсәктә улар мәсет биләмәһендә үтәсәк.

Зәлифә Ғәлиева: «Оҙаҡ көттөк мәсет төҙөлөшөн. Эш әлегә тамамланмаған. Халыҡтан ярҙам көтөбеҙ. Үҙебеҙ ҙә ҡулдан килгәнсе тырышабыҙ».

Автор: Гөлназ Хәйбуллина