"Салауат юлаев" хоккей буйынса Силәбе өлкәһе губернаторы кубогы турнирының финалында.

Беҙҙең яҡташтар "Трактор" командаһы менән осраша. Яҡтар араһында үткән бөгөнгө осрашыуҙа юлаевсылар 5-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шәбаларҙы Силәбеләр ҡапҡаһына Вячеслав Основин, Владимир Ткачёв, Филип Ларсен, Пётр Хохряков һәм Григорий Панин индерҙе. Ә инде өсөнсө урын өсөн "Авангард" менән "Металлург" командалары көс һынашасаҡ.