"Өфө" клубы футбол буйынса Европа лигаһының дүртенсе һайлап алыу этабында.

Улар Шотландияның "Глазго Рейнджерс" командаһы менән осраша. Дәғүәселәр ике уйын һөҙөмтәһе буйынса Словенияның "Морибор" клубын еңеүгә өлгәште.

Әйткәндәй, иртәнге сәғәттәрҙә яҡташтарыбыҙ самолет менән Люксембургтан ҡайтты. Уларҙы баш ҡала аэропортында беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Прогресс" һәм "Өфө" командалары араһында үткән уйын 2-2 иҫәбе менән тамамланды. Һуңғы тупты Иван Пауривич икенсе тайм аҙағында индерҙе. Шулай итеп, ике осрашыу һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан клубы киләһе этапта сығыш яһау мөмкинлеге алды. Сергей Томаров дружинаһының сираттағы дәғәүсеһенә килгәндә, ул Шотландияның иң популяр командаларының береһе. "Рейнджерс" клубы үҙ тарихында 54 тапҡыр чемпион исемен яулаған. Команданың тренеры - "Ливерпуль" һәм Англия йыйылма командаларының легендар футболсыһы Стивен Джеррард. Уның тәрбиәләнеүселәре 23 августа Башҡортостан командаһын 50 мең урынлыҡ "Айброкс" стадионында ҡабул итәсәк. Яуап уйыны Өфөлә 30 августҡа планлаштырылған. Ике осрашыу һөҙөмтәһе буйынса көслөрәк булған команда Европа лигаһының төркөм этабына сығасаҡ.