Өфөлә башҡорт ҡымыҙы фестивале үтте

Йәкшәмбе,19 августта,башҡалала башҡорт ҡымыҙы фестивале үтте. Сараға төрлө райондарҙан тиҫтәнән ашыу ҡымыҙ етештереүсе йыйылды. Был хаҡта ҡаланың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Сарала ҡатнашыусылар ҡымыҙҙың тиҫтәнән ашыу төрөн тәмләп ҡараны. Фестивалгә барлығы биш тоннанан ашыу ҡымыҙ килтерелә.

Сарала шулай уҡ бал һәм башҡорт халҡының милли аҙыҡтары тәҡдим ителә..

Фотография: Интернет