Өфөлә «Мин – гражданин» йәштәр форумы үтә

Башҡалала 1 сентябрҙә йәштәр форумы үтә.Сара сиктәрендә форумда ҡатнашыусыларҙы бүләкләү, шулай уҡ концерт көтөлә.

Сарала ҡатнашыусыларҙы стрит-бол уйыны, воркаут майҙансығы көтә. Бынан тыш, робот техникаһы күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Форум алтынсы тапҡыр уҙғарыла. 29 август - 1 сентябрь көндәрендә дүрт йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы республиканың йәштәр сәйәсәте үҫешенә ҡағылышлы үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк.

Форум барышында ҡатнашыусылар эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр менән осрашасаҡ.