Өфөлә Әрмән урамында тротуар төҙөкләндерелә

Йылытыу селтәренә капиталь ремонт башҡарылғандан һуң, төҙөкләндереү эше башланды. Шулай итеп, йәйәүлеләр биләмәһе тергеҙелә. Тротуар төҙөлөшө менән юлсылар шөғөлләнә.

Тротуарҙың киңлеге ике метр, ә оҙонлоғо биш йөҙ метр тәшкил итә. Яңы тротуар Якуб Колас урамы менән Чебоксар урамын тоташтырасаҡ.

Тиҙҙән юлға асфальт һалынасаҡ. Эштәрҙе август айы аҙағына тиклем тамамлау ҡаралған.