Башҡортостандың 100 йыллығына төҙөлгән объекттарҙы контролдә тотоу буйынса бурыстар билдәләнде

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, бер миллиард һумдан ашыуыраҡ объекттар Премьер-министр урынбаҫарҙарына беркетелгән. 300-500 миллион һумдан ашыуырағы өсөн министрҙар яуаплы, - тине Рөстәм Мәрҙәнов.

- Ошо планканан түбәнерәк объекттар министр урынбаҫарҙарына һәм объекттар муниципалитеттар аша ғәмәлгә ашырылған осраҡта ҡала-район башлыҡтарына беркетелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында Рөстәм Хәмитов юбилей объекттарын ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйғайны. Әле 50-гә яҡын объект теге йәки был төҙөлөш стадияһында. Эштәрҙең үтәлешен көн һайын контролдә тотоу һәм ваҡытында сафҡа индереүҙе тәьмин итеү өсөн шуларҙың иң мөһимдәренә вице-премьерҙарҙы, Хөкүмәт ағзаларын беркетергә тәҡдим итәм, - тине республика башлығы.