Иртәгә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә.

Был көндө дингә ышанған мосолмандар Ҡорбан байрамын билдәләй. Был байрам Мәккәгә хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлата, ул Ураҙа байрамына һуң 70 көн үткәс башлана. Баймаҡ ҡалаһының "Нәсихәт" мәсете Ҡорбан байрамын оло шатлыҡ менән ҡаршылай. Унда халыҡтан, эшҡыуарҙарҙан йыйылған аҡсаға төҙөкләндереү эштәре бара.

Мосолман илдәре иң мөһим байрамдарҙың береһе - Ҡорбан байрамын билдәләй. Уны Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсете һәм райондың дин әһелдәре икеләтә шатлыҡ менән ҡаршылай. Сөнки Аллаһ йорто намаҙ уҡыу ғына түгел, дини ғилем алыу урыны ла. Әммә бығаса иркенләп ислам нигеҙҙәрен, ғәрәп яҙмаларын өйрәнеүсе шәкерттәргә бинаның бәләкәйерәк булыуы бер аҙ ҡамасаулай торғайны. Ләкин, ил төкөрһә - күл була, тигәндәй, халыҡтың ярҙамы менән Аллаһ йортонда төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара. Сентябрь аҙаҡтарына 50 кешелек яңы уҡыу залы сафҡа инәсәк һәм 1 октябрҙә уҡыуҙар башланасаҡ.

Ҡорбан байрамы көндө «Нәсихәт» мәсетендә лә байрам саралары үтәсәк.

Автор: Айгөл Иҙелбаева