Башҡортостан делегацияһы Венгрияла үткән гунн һәм төрки халыҡтарының 6-сы Ҡоролтайында ҡатнашты

310 делегат, бөтә донъянан килгән 28 халыҡ вәкиле. Ошо һандар ғына ла Венгрияла үткән гунн һәм төрки халыҡтарының 6-сы Ҡоролтайының Европала ойошторолған иң күләмле сара булыуы хаҡында һөйләй. Байрамға йыйылған халыҡты боронғо тарих берләштерә. Улар барыһы ла күсмә тормош алып барған. Йыйын элек ҡыпсаҡтар йәшәгән Кишкуншаҡ исемле милли парк биләмәһендә үтте. Ҡоролтайҙы "Туран" халыҡ-ара фонды етәксеһе, профессор Андраш Биро Жолт асты. Венгрияның Дәүләт Йыйылышы рәйесе Кевер Ласлоның йыйында ҡатнашыуы ла ил етәкселегенең Ҡоролтайға ихтирамлы мөнәсәбәте тураһында һөйләй.

Кевер Ласло Венгрияның дәүләт йыйылышы рәйесе: «Һәр халыҡ өсөн үҙенең тарихи тамырҙарын белеү мөһим. Беҙҙең заманда туғандарҙы табып бәрләшеп йәшәргә кәрәк. Сөнки мадьярҙар төркиҙәрҙең иң көнбайыш халҡы һанала».

Ҡоролтай ҡунаҡтары-28 халыҡ вәкиле лә байрам парадында ҡатнашты. Улар араһында Рәсәйҙән килгән Башҡортостан, Татарстан, Сыуаш, Тыва, Яҡут, Бурәт, Саха Яҡут, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы вәкилдәре.

Бөйөк даланы үҙ иткән халыҡтарҙың күләмле фестивален өс көн эсендә 150 меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды. Ҡоролтайға килеүселәр йәрминкәлә кәсепселәрҙең эштәрен, мәҙәниәт, тарих менән бәйле күргәҙмәләрҙе ҡараны. Федераль әһәмиәттәге археология һәйкәле Өфө-2 ҡаласығында табылған артефакттарҙың фотокүргәҙмәһе сит илдә беренсе тапҡыр ойошторолдо. Ул оло ҡыҙыҡһыныу уятты.

Мадьярҙар ойошторған байрам һабантуйҙы хәтерләтә. Яланға 100-ҙән артыҡ тирмә ҡуйылған. Сәхнәлә бер халыҡ вәкиле икенсеһен алмаштыра. Ғилми тирмәлә ғалимдар йыйынға килгән халыҡтарҙың тарихы тураһында төплө докладтар менән сығыш яһай, фекер алыша.Ситтәрәк бөтә донъянан йыйылған уҡсылар ярышы ҡыҙғандан- ҡыҙа бара. 120 кеше ҡатнашҡан бәйгелә Башҡортостан егете Артур Батыршин 2-се урын яуланы. Борон мадъяр халҡы Магна-Хунгарияла, хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә башҡорттар менән бергә йәшәгән, һуңынан Карпат тауҙарына күсеп киткән. Был бәйләнештәрҙе башҡорт һәм венгр ғалимдары тәфсилләп өйрәнә. Шуларҙың береһе -Иштван Мандоки.

Мадьярҙар Европала йәшәгән халыҡтар араһында йылҡы ите ашаған, ҡымыҙ бешкән берҙән-бер милләт. Мадъярҙар ҙа башҡорттар кеүек хәрби уйындар ойошторорға ярата. Ат сабыштары, һарыҡ алыу, егеттәр ярышы ике халыҡтың да яратҡан уйын төрҙәре. Ҡоролтайҙың халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙа әһәмиәте бик ҙур. Унда ҡатнашыусылар дөйөм тарихты һаҡлап, мәҙәниәтебеҙҙе ихтирам итеп дуҫ йәшәйек тип киләһе йыйынға тиклем хушлашты.

Автор: Гәүһәр Батталова