Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡымыҙсылар фестивале үтте

Башҡорт ҡымыҙы фестиваленә 5 тоннанан ашыу шифалы эсемлек һатылған. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡымыҙсылар фестивале үтте. Сарала республиканың тиҫтәнән ашыу районынан йыйылған ҡымыҙ етештереүселәр шифалы бейә һөтө тәҡдим итте.

Башҡорт халҡының яратҡан эсемлеге ҡымыҙ күптән инде милли бренд булараҡ билдәле. Электән үк ата-бабалар йәйләүгә сығып йәй буйы ҡымыҙ эскән, шуға ла уларҙың һаулығы ныҡ булған. Ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Бәрәкәтле эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарынан, эндокрин системаларын дауалауҙа, иммунитетты нығытыуҙа яҡшы дауа булып тора. Файҙалы башҡорт ҡымыҙының данын тағы ла үҫтерер өсөн республикабыҙҙа беренсе тапҡыр Ҡымыҙсылар фестивале үтте.

Кискә тиклем һатыласаҡ ҡымыҙҙы ҡулланыусылар бер-ике сәғәт эсендә алып бөтә. Әбйәлил эшҡыуарҙары бындай ихтыяжҡа әҙер, сөнки йыл әйләнеһенә Өфөлә ҡымыҙ һаталар. Бының өсөн хужалыҡта биш йөҙләп бейә тоталар.

Башҡортоcтан ҡымыҙының тарихы ла бай. Егерменсе быуатта Лев Толстой, Сергей Аксаков, Антон Чехов кеүек шәхестәр файҙалы эсемлек менән дауаланған. Бөгөн иһә ҡымыҙҙың ниндәй генә төрө юҡ, уны дөрөҫ итеп бешеү өсөн һәр фермер үҙенең серҙәрен ҡулланала. Өфөлә үткән байрамда Әлшәй, Дәүләкән, Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ райондары ҡымыҙлы яҡтар тип танылды.

Ҡымыҙҙы ҡала кибеттәрендә йыл әйләнәһенә һатып алырға мөмкин, әммә белгестәр уны һыу ҡушылған, ялған эсемлек тип атай. Ҡымыҙҙы туңдырып тотҡан осраҡта, ул файҙалы сифаттарын юғалта. Эсемлек ике-дүрт градуслы һыуыҡлыҡта һаҡланырға тейеш.

Автор: Флорида Ким