Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Бөгөн бөтә донъя мосолмандары ҡорбан ғәйетен билдәләй. Башҡортостандың барлыҡ иман йорттарында ла бөгөн байрам вәғәзен тыңларға меңдәрсә кеше йыйылды. Өфөнөң Ләлә мәсетендә халыҡты Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин тәбрикләне.

Ҡорбан ғәйете Ураҙанан һуң етмеш көн үткәс, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә. Был байрамдың тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Аллаһ ҡушыуы буйынса улы Исмәғилде ҡорбанға килтерергә йыйынған Ибраһим пәйғәмбәргә алмашҡа һарыҡ бирелә. Шул ваҡыттан бирле мосолмандар ҡорбанға мал сала. Ә ҡорбан ғәйете иң олуғ байрамдарҙың береһе тип һанала.

Ләлә мәсетендә иртәндән үк халыҡ күп, хатта эстә барыһына ла урын етмәй. Шуға күрә мосолмандар намаҙлыҡтарын мәсет ихатаһында уҡ йәйҙе. Мосолмандар әйтеүенсә, намаҙҙы эстә йә тышта уҡыуҙың айырмаһы юҡ, иң мөһиме уй-ниәттәр яҡты, теләктәр изге булһын.

Намаҙ уҡып, тәҡбир әйтеп, Ҡөръән сүрәләрен уҡығандан һуң, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин иман йортона йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикәләп, хаж ҡылыу, ҡорбан салыуҙың әһәмиәте хаҡында һөйләне.

Халыҡтың кәйефе яҡшы, йәштәр ҙә күп, ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар. Күптәр бөгөн ҡорбан салдырырға йыйына. Ә бына бер төркөм мосолмандар изге байрамды хажда ҡаршы ала.

Байрам вәғәзен тыңлағандан, намаҙ уҡығандан һуң халыҡ өйҙәренә таралышты. Ғәйет мәлендә ҡорбандың бер өлөшөн ғаилә лә туғандарың менән бергә табын ҡороп ауыҙ итеү, ә бына тағы ике өлөшөн яҡындарыңа һәм фәҡирҙәргә таратыу биреү зарур. Байрам көндәрендә күрше-тирәңдең, дуҫтарыңдың хәлен-белеү, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, изгелек ҡылыу күркәм ғәмәл һанала.

Автор: Рәмзиә Кәримова