Хәләл фестиваль

Өфөнөң "Ватан" этно-паркында уҙған Хәләл фестивалендә 2 тоннаға яҡын былау бешерелде. Мосолмандарҙың изге Ҡорбан байрамы уңайынан үткәрелгән саранан олоһо ла, йәше лә ситтә ҡалманы. Спортсылар волейбол, көрәш буйынса үҙ көсөн һынаны. Ҡала халҡы бай йөкмәткеле концерт программаһы ҡарап кинәнде.

Нәзифә Ғәзизованы туғандары аш-һыу оҫтаһы булараҡ белә. Тел йоторлоҡ ризыҡтарҙың сере - уларға күңел һалып бешереүҙә, ти ханым. Бөгөнгө Хәләл фестиваленә ул ирекмән булараҡ килгән. Кишер, һуғанды бер көн алдан таҙартып, бөгөн таң һарыһынан 8 ҡаҙанда былау әҙерләүҙә ҡатнаша.

Нәзифә Ғәзизова, ирекмән: «Барайым әле, әҙ генә булһа ла кешеләргә ярҙам итәйем тинем. Халыҡ күңеленә инсафлыҡ, мәрхәмәтлек өләшкем килде. Бына шулай тип йөрөгән эш инде. Халыҡтың дингә ҡайтыуы мине ҡыуандыра, шөкөр».

Былау бешкәнсе, халыҡ сиратҡа теҙелде. Байрам һыйын тәмләр өсөн Өфөнән генә түгел, хатта республика район-ҡалаларынан да килеүселәр бар. Ойоштороусылар әйтеүенсә, былау барыһына ла етәрлек, быйыл ул 2 тоннаға яҡын әҙерләнгән.

Фәриҙә Баязитова, тамашасы: «Һыу буйы сират. Әммә көтәбеҙ. Ейәнсәрҙәрем менән килдек. Улар ҙа ашап, тәмләп ҡараһын тинек. Бөтә ғаиләм дә былау ярата».

Фестиваль сиктәрендә спортсылар ҙа үҙ көсөн һынаны. Дыуан, Салауат, Мәсетле районы егеттәре көрәшкә ныҡлы әҙерләнеп килгән. Бил батырҙары ал бирмәне, беренсе, өсөнсө призлы урындарға лайыҡ булды.

Айгиз Зәйнетдинов, көрәшсе /Мәсетле районы/: «Беҙҙең ата-бабалар борондан көрәшкән. Бөгөнгө фестивалдә был спорт төрөнөң булыуы бик урынлы тип уйлайым. Башҡорт көрәшен күрһәткем килде. Үҙ категориямда беренсе урын алдым, уны яңыраҡ тыуған улыма бағышлайым».

Бер майҙанда теләгән һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапты. Уҡ атыу, балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар һәм ҡул оҫталары күргәҙмәһе. Шулай уҡ бында хәләл йәрминкә эшләне. Йәшен дә, олоһон да бер майҙанға йыйған байрам ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Спортсылар волейбол уйнаһа, ҡала халҡы эҫе былауҙан ауыҙ итеп, матур концерт ҡарап кинәнә. Йылдағыса байрамға меңәрләгән кеше килде. Фестивалдең маҡсаты халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға, изге эштәр ҡылыуға әйҙәү, төрлө ҡарашлы һәм ғөрөф-ғәҙәтле кешеләрҙе берләштереү ине. Асыҡ һауала байрам саралары кискә тиклем дауам итә. Изгелек нурҙарына солғанған сара һәр кемгә йәшәү дәрте, илһам өҫтәне.

Автор: Фәниә Юланова