Башҡортостанда диспанцеризация үтә

Республиканың медицина учреждениеларында диспансеризация бара. Һәр кешегә өс йылға бер тапҡыр бушлай белгес кәңәшен алыу мөмкинлеге бар.

Медицина тикшереүен 21 йәштән алып 90 йәшкә тиклем кешеләр үтә ала. Профилактик сара бушлай башҡарыла. Баш тартҡан осраҡта, ул пациенттың амбулатор картаһында билдәнә.

Быйылғы йылда 1916 - 1997 йылдарҙа тыуғандар бушлай тикшереү үтә ала: 1916, 1919, 1922, 1925, 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1964, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1994, 1997 йылғы граждандар диспанцеризацияға эләгә.

Фото: Интернет