Республикала сит ил машинаһы ағасҡа бәрелә: водитель һәләк була

Дүртөйлө-Нефтекамск юлында авария теркәлә. 52 водитель, автомобиль менән идара итә алмай, юлдан төшөп китә.

Хәбәр итеүҙәренсә, «Toyota Land Cruiser» автомобиле руле артында Ҡалтасы районында йәшәүсе ир ултыра. Билдәһеҙ сәбәптәр менән водитель идара итеү һәләтен юғалта һәм юлдан төшөп китә. Унан һуң, автомобиль ағасҡа барып бәрелә.

Водитель ауыр йәрәхәттәр ала һәм тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе,ваҡиға урынында йән кирә. Авария сәбәптәре асыҡлана.