Башҡалала Новоженов урамында транспорттарға хәрәкәт итеү сикләнә

Новоженов урамында ваҡытлыса транспорттарға хәрәкәт итеү тыйыла. Был тимер юлы киҫелешен ремонтлауға бәйле. Участкала тейешле кәртәләр урынлаштырыласаҡ.

Хәбәр итеүҙәренсә, Новоженов урамының 86/3 йортонан алып 90/3 йортона тиклем участкала ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Сикләү 24 августтың 22:00 сәғәтенән алып 25 августтың 10:00 сәғәтенә тиклем индереләсәк. Тамғалар һәм кәртәләрҙән тыш, биләмәлә сигнал уттары ҡуйыласаҡ.

Ҡала хеҙмәттәре автоһәүәҫкәрҙәрҙе алдан уйлап хәрәкәт итергә,юл күрһәтмәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

Фото: Интернет