«Өфө – Сочи» йүнәлешендә осҡан самолеттың янып китеү сәбәбе асыҡланды

Red Wings авиакомпанияһы Өфөнән Сочи йүнәлешендә осҡан самолеты двигателеленең янып китеү сәбәбен атаны. Ғәҙәттән тыш хәл 22 августта теркәлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һауаға күтәрелгәс самолеттың двигателенә ут тоҡана. Пилот кире аэропортҡа төшөргә, тигән ҡарар ҡабул итә.Бәхеткә, ваҡиғала бер кем дә зыян күрмәй. Резерв судно Өфөнән Сочиға 11:21 сәғәттә оса. , һауаға күтәрелгәс самолеттың двигателенә ут тоҡана. Пилот кире аэропортҡа төшөргә, тигән ҡарар ҡабул итә.Бәхеткә, ваҡиғала бер кем дә зыян күрмәй. Резерв судно Өфөнән Сочиға 11:21 сәғәттә оса.

Red Wings авиакомпанияһының Ту-204 самолеты техник етешһеҙлектәр сәбәпле,янып китеүе фаразлана. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе Рәсәй авиацияһы комиссияһы тикшереүенән һуң билдәләнеләсәк.

Әлеге ваҡытта был эш менән тәфтишселәр һәм транспорт прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.