Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында 200 йыллыҡ тарихы булған мәсет төҙөкләндерелеп сафҡа индерелде.

Реставрация эштәре ваҡытында төҙөлөш урынында унан да боронғораҡ алтаҡта табылып уның яҙмаһы белгестәргә уҡыуға бирелгән. Тимәк был мәсет бинаһының хатта ошо йылдарға ла тура килеүен бәйән итә. Изге йорттоң тап ҡорбан байрамы ваҡытында сафҡа инеүе урындағылар өсөн икеләтә шатлыҡ булды.

Төрлө ҡоролоштар осоронда емерелмәй, Башкортостандың иң боронғо мәсете булараҡ беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланыуы үҙе бер ғәжәп булһа, уның тәү төҙөлөшөн ватмай, емермәй, яңыса материалдар менән төҙөкләндереп куйыу ҙа үҙе бер батырлыкка тиң. Архив документтары буйынса, мәсет сама менән 1860-сы йылдарҙа һалынып, уны Мәккәгә барып кайткан Кирәй тигән кеше төҙөтөүе ихтимал ти, ололар. Реставрация барышында табылған алтакта иһә уның тағы ла боронғорак булыуын иҫбатлай. Заманында изге йорт бинаһына бер тапкыр ремонт яһалған булған.

Үҙ осоронда был мәсеткә күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Акмулла, Мөжәүир хәҙрәт кеүек шәхестәр килеп йөрөгән. Унан һуң ул төрлө осорҙарҙы кисереп, ярым ташландык хәлдә лә була. Ләкин был бина ауыл кешеләренең бала саҡ, йәшлек хәтирәләре булып гел күнелдәрендә йәшәгән. Реставрация эше Башкортостандың мәҙәни мираҫҡа ҡараған күсемһеҙ милек обьекттарын һаклау һәм файҙаланыу буйынса ғилми тикшеренеү үҙәге белгестәре менән берлектә алып барылды. Был обьекттың проекты республиканың башка бик күп мәсеттәрен төҙөкләндереүҙә лә файҙаланыласак.

200 йыл халыҡҡа хеҙмәт итеп, арҙаҡлы кешеләрҙең килер урыны булған, кешеләргә ғилем, дин таратыусы был изге йорт кайтанан үҙ ишектәрен асты. Хәҙер инде бина тулыһынса яныртылған, заман тапалатарына тура килтерелгән. Ул әле лә изге хеҙмәтен дауам итер, мәсеттән аят тауыштары, балаларҙың мөнәжәттәре һәр вакыт ишетелеп торһон тип әйтергә генә ҡала.

Автор: Гөлнур Ишбулатова