Башҡортса Версаль баҡсалары.

Зинин ауылында йәшәүсе Евгений Курбатов күҙҙең яуын алырлыҡ баҡса үҫтерә. Үҙ ихатаһында түгел, ә дөйөм урамда. Һөм бының өсөн ул бер тин дә аҡса алмай. Ҡасандыр ташландыҡ хәлдә ятҡан быуа хәҙер сәскәләргә күмелгән хозур утрауға әйләнгән.

Берәмләп сәскә, төрлө үҫемлектәр, көрәкләп тупраҡ йыя торғас, Зинин ауылы уртаһында оазис барлыҡҡа килгән. Евгений Курбатов был эше менән кәм тигәндә биш йыл шөғөлләнә. Иртә таңдан сығып китә лә ҡара кискә тиклем баҡса үҫтереү менән мәшғүл. Үҙенә түгел, кешеләргә. Халыҡтың ҡыуанысын күреү минең өсөн иң ҙур баһа, ти ул.

Һуңынан күршеләре башлаған эшкә башҡалар ҙа ҡыҙығып китә. Кемдер кирбестәр бирә, берәүҙәр тупраҡ килтертә, күлде таҙарта. Кистәрен паркта ял итеүселәр йөрөй башлай. Ситтән килеүселәр ҙә туҡтап һоҡланмайынса үтмәй. Киләсәктә Евгений никах туйҙары үткәреү өсөн ҡорам да төҙөтмәксе. Ә бит бер нисә йыл элек кенә был урында сүп-сар тулған быуа булған. Эшҡыуарҙар уны ҡоротоп йорт төҙөп һатырға ла маташҡан. Ләкин ниндәй генә аҡса һалынһа ла ниәттәре тормошҡа ашмай. Евгений Курбатов күптәр өсөн үрнәк, ти Зинин ауылында йәшәүселәр.

Әле Евгений Курбатов һикһәненсе тиҫтәһен ваҡлай. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү, кешеләргә изгелек ҡылыу миңә йәшәү көсө бирә, ти ул. Ошо рәүешле ул йөҙҙө лә уҙырға ниәтләй. Тимәк Зинин ауылы ла Семирамида, Версаль баҡсалары кеүек тотош донъяға танылып китеүе ихтимал.

Автор: Айнур Кәбиров