Хоккей барышына башҡорт телендә аңлатма биреүселәр конкурсының тәүге этабына йомғаҡ яһалды.

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалы белгестәре икенсе турҙа көс һынашасаҡ дәғүәселәрҙе һайлап алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһында континенталь хоккей лигаһы чемпионаты уйындарын башҡорт телендә комментарийланасаҡ.

Милли телдә "Салауат Юлаев" командаһы уйындарын ,,Ҡурай,, каналында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Бының өсөн медиахолдинг комментаторҙарға конкурс иғлан иткәйне. Бының өсөн дәғүәселәр берәй уйынға аңлатма биреп тауышын яҙҙырып ебәрергә тейеш ине. Уларҙы тыңлағандан һуң сираттағы турға үтәсәк конкурсанттар һайлап алынды. Артабан дәғүәселәр ысын уйын барышын комментарийлаясаҡ.