Өфөлә ун дүрт меңгә яҡын бала беренсе класҡа барасаҡ

Башҡалала үткән матбуғат-конференцияһында яңы уҡыу йылына әҙерлек барышы менән таныштырҙылар.

Әлеге ваҡытта 252 мәктәпкәсә белем биреү,128 дөйөм белем биреү учреждениелары мәғариф хеҙмәттәрен башҡара. Беренсе сентябрҙә яҡына 117 мең уҡыусы мәктәпкә барасаҡ, уларҙың 13 989-ҙы – тәүге тапҡыр белем усағына аяҡ баҫасаҡ. Шулай уҡ, мәғарифҡа электрон китапханаларҙы индереү эше дауам итә. Башҡаланың ун өс мәктәбендә уҡыу әҙәбиәтенең электрон каталогы ҡулланыла.

Яңы уҡыу йылы алдынан мәғариф учреждениелары тикшереү үтә. Был маҡсатта махсус комиссия эшләй. Бар белем усаҡтары һәм балалар баҡсалары балаларҙы ҡабул итергә әҙер.

Фото: Интернет