Өфөлә йыл башынан алып 124 лифтты яңырталар

Райондарҙың идара итеү компаниялары 124 лифтты яңырта.Тағы ла 99 лифт төҙөкләндереү йәки алмаштырыу өҫтөндә. Йыл аҙағына тиклем 97 йортта 332 лифтты алмаштырыу ҡаралған.

Яңы лифттар хәүефһеҙлек талаптарына тура килә һәм бик уңайлы.Заманса лифттар насар күреүселәр һәм һуҡырҙар өсөн Брайля шрифттары менән йыһазландырылған. Бынан тыш, улар ҡатҡа килеп етеү тураһында хәбәр итә. Билдәләп үтергә кәрәк, Өфө райондарының торлаҡ хужалағы менән идара итеү компаниялары 4 196 лифтты хеҙмәтләндерә.

Уҙған йылда 146 лифтты яңырталар. 2008- 2017 йылдарҙа башҡалала 960 лифтты төҙөкләндерәләр. Был йүнәлештә эштәр артабан да дауам итәсәк.

Фото: Интернет