Өфөлә Октябрь проспектында яңы юл билдәһе барлыҡҡа килде

«Хәүефле һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә юл тамғаларын билдәләү буйынса эштәр башҡарыла. Уҙған төндә Октябрь проспектында билдәләнгән тамға температура үҙгәрешенә һәм химик матдалар йоғонтоһона бирешмәй.

Тамғаның составында яҡтыртыусы түңәрәк бар, улар билдәгә төнгө ваҡытта яҡтыртыу мөмкинлеге бирә. Башҡарылған эштән һуң, материал 30 минут тирәһе кибергә тейеш. Тик күп кенә водителдәр билдәләргә иғтибар бирмәй, буялған юл өҫтөнән үтеп китә.

Ошо сәбәпле, юл тамғаһының сифаты һәм хеҙмәт итеү ваҡыты кәмей. Ремонт эштәре артабан дауам итәсәк.