Башҡортостанда мөмкинлеге сикләнгән баланы дарыуҙар менән тәьмин итмәгәндәр

Баҡалы районында бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителеүгә инвалид баланың хоҡуҡтары тергеҙелде. Урында йәшәүсенең мөрәжәғәте буйынса тикшереү ойошторола. Ул үҙенең туғыҙ йәшлек улының хоҡуҡтарын боҙоуҙары хаҡында хәбәр итә.

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың апрель айында дауаханала балаға эпилепсияға ҡаршы препараттар тәғәйенләйҙәр. Июнь айында бала дарыуҙар менән тәьмин ителмәй. Табиптар тейешле препараттың икенсе төрөн тәҡдим итә, тик ул дарыуға баланың аллергияһы була.

Прокуратура бюджет аҡсаһына баланы дарыуҙар менән тәьмин итергә бойора. Суд бының менән килешә. Пациент тейешле дарыуҙар ала. Фото: Интернет