Ырыуҙаштар бер майҙанда

Белорет районының Ботай ауылында 7-се ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны үтте. Мәртәбәле байрамға республиканың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ күрше Силәбе, Ҡурған өлкәләренән ҡунаҡтар йыйылды. Йыйын йыр-моң менән үрелеп барҙы. Спорт ярыштары, күңелле уйындар ойошторолдо.

Йәштәр йыйыны тип исемләнһә лә, хозур тәбиғәтле Ботай ауылы эргәһендәге мәртәбәле ҡорға олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Мәртәбәле сараға килеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев тәбрикләне. Ҡатай ырыуының иң әүҙем вәкилдәре маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Йәштәр йыйынында ҡатнашыусылар даирәһе йылдан-йыл киңәйә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, күрше өлкәләрҙән милләттәштәребеҙҙең күпләп килеүе лә байрамға бермә-бер мәртәбә өҫтәй. Сара йәш быуынды боронғо йолаларға ылыҡтырыу, уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, рухи тамырҙарыбыҙҙы барлау, туғанлыҡты нығытыу ниәтендә лә ойошторолдо. Йыйын үткән аҡлан һабантуй майҙанын хәтерләтте. Сәхнәнән йыр-моң ағылды. Сағыу тирмәләр ҡоролдо, уңған хужабикәләр халыҡҡа ҡул эштәре, тәмле аш-һыуҙарын тәҡдим итте. Еңгәҙе уңғаны Гөлназ Янбаева был яҡтарҙа оҫта кейеҙ баҫыусы һәм аш-һыу оҫтаһы булараҡ та танылған.

Ошо уҡ минуттарҙа йыйын майҙанында спорт ярыштары ҡыҙҙы. Гер күтәреү, уҡтан атыу, ат сабыштары һәм ҡатай көрәше. Уларҙың һәр ҡайһыһын халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ырыуҙаштар Ҡатай һылыуын һайланы. Ҡыйғы районынан килгән Айзилә Мәхмүтова ла был ырыуҙың сая ҡыҙҙарының береһе - ул уҡтан атыу менән ҡыҙыҡһына. Бәйгелә тәүгә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ мәргәнлеге һәм оҫталығы менән барыһын да таң ҡалдырҙы.

Ырыуҙаштар осрашыуы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Йыйында киләсәктә бындай байрамдарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк тигән тәҡдимдәр яңғыраны. Туғанлыҡ ептәрен нығытыусы йыйын ысын мәғәнәһендә күркәм йолаға әйләнә бара. Киләһе йыл ырыуҙаштар осрашыуын Ҡыйғы районының Алағуз ауылында уҙғарырға ҡарар ителде.

Автор: Гөлназ Хәсәнова