Республикала йәштәр акцияһы үтә

Шәмбе, 25 августта,Башҡортостанда «Диско –төн» исеме аҫтында республика йәштәр акцияһы үтә. Сараны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, республика Халыҡ ижады үҙәге, район-ҡала хакимиәттәре ойоштора.

Билдәле булыуынса, дискотека асыҡ һауала ла, мәҙәниәт усаҡтарында ла үтәсәк. Йәштәр акцияһында бейеүселәр, ди-джейҙар һәм ун алты йәштән олораҡ һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Сара сиктәрендә флешмоб, викториналар, төрлө конкурстар үтәсәк.

Билдәләп үтергә кәрәк, башҡалалала 8 сентябрҙә «Юлдаш» радиокомпанияһы тарафынан «Сәләм, студент!» исеме аҫтында мәҙәни сара ойоштороласаҡ.