Ағиҙел йылғаһы яры киләсәктә ниндәй буласағы билдәле булды

Архитекторҙар, Өфөлә Ағиҙел йылғаһы яры киләсәктә ниндәй буласағы хаҡында һөйләнеләр. Ошо көндәрҙә башҡалала төҙөкләндереү буйынса йыйылыш үтте.

Ике биләмәне төҙөкләндереү проекттарына ярашлы,төҙөләсәк яр буйында саралар уҙғарыу өсөн биналар һәм дөйөм туҡланыу урындары, өс йәйге кафе һәм башҡа төрлө объекттар барлыҡҡа киләсәк.Иң бейектә йүгереү һәм велосипедтарҙа йөрөү өсөн һуҡмаҡтар, фонтандар эшләнәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йылға буйы биләмәһе республиканың йөҙ йыллығы айҡанлы төҙөләсәк юбилей объекттары иҫәбенә инә. Быға тиклем Рөстәм Хәмитов, төҙөлөш киләһе йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш, тип хәбәр иткәйне.